Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 14:30

"Мәсетте төҙөп бөтәсәкбеҙ"

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендәге хәлгә ҡарата фекерен белдерҙе.

"Мәсетте төҙөп бөтәсәкбеҙ"
"Мәсетте төҙөп бөтәсәкбеҙ"

Был хаҡта республика Башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һөйләне. 

«Был тирәләй ҡайһы бер имеш-мимештәр таралды. Кем ислам һәм православие ҡанундарын белмәй, улар хөрәфәткә ышаныу гонаһ икәнен аңларға тейеш. Бер нимә лә уйлап сығарырға кәрәкмәй. Һәр проблеманың конкрет исем-шәрифе, званиеһы һәм кешенең вазифаһы бар. Тағы ла илке-һалҡылыҡ, йүләрлек һәм иғтибарһыҙлыҡ кеүек төшөнсәләр бар», - тине Башлыҡ.

Мәсетте төҙөп бөтәсәкбеҙ, тип тә өҫтәне. Әммә бюджеттан тыш 4 миллиард һум аҡса кәрәк, яҡын киләсәктә бындай аҡсалар булмаясаҡ. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: