Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 16:48

Финанс грамоталылығына бушлай өйрәнегеҙ!

27 марттан 16 апрелгә тиклем балалар һәм йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы аҙналығы үтәсәк.

Финанс грамоталылығына бушлай өйрәнегеҙ!
Финанс грамоталылығына бушлай өйрәнегеҙ!

27 марттан 16 апрелгә тиклем балалар һәм йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы аҙналығы үтәсәк, тип хәбәр итә БР финанс министрлығы. 

– Был сарала ата-әсәләр һәм педагогтар ҙа ҡатнаша ала. Балаларға һәм йәштәргә кеҫә аҡсаһы менән дөрөҫ файҙаланыуға өйрәтәсәктәр, ә өлкәндәр шәхси бюджетты тотоноу серҙәренә төшөнә ала. Педагогтар балаларҙы ғаилә бюджетын планлаштырыуға йәлеп итеүгә өйрәнәсәк. Йылдағыса, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы акцияны ойоштороуҙа ҡатнаша, - тип хәбәр итә Хөкүмәт Премьеры-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.

Акцияның девизы: «Финанстар хаҡында бер телдә һөйләшәйек». Бөтә Рәсәй сараһы онлайн тәртиптә «Моифинансы.рф» порталында үтәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт: : моифинансы.рф.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: