Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 14:35

Быйыл 752 подъезд ремонтланасаҡ

Хөкүмәт кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проекттары хаҡында һөйләштеләр. 

Быйыл 752 подъезд ремонтланасаҡ
Быйыл 752 подъезд ремонтланасаҡ

Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ихаталарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү эштәренең тамамланыу ваҡыты хаҡында һөйләне.

Әйтәйек, "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре 18 апрелдән 30 авгусҡа тиклем, йәғни уҡыу йылы башланғансы дауам итәсәк. 

Райондарҙа "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөкләндереү эштәре лә шулай уҡ 1 сентябрҙә тамамланасаҡ, ә ҡалаларҙа — 30 октябрҙә.

«Быйыл Стәрлетамаҡ, Туймазы, Күмертау, Межгорье, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалаларын төҙөкләндереүҙең икенсе этабын тамамлайбыҙ. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй конкурсының биш финалисы - Ишембай, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел һәм Мәләүез ҡалаларында проекттың тәүге этабын тормошҡа ашырабыҙ», — тине Ирина Голованова.

Бынан тыш, 274 күп ҡатлы йортта 752 подъезды ремонтлау ҡарала. Был эштәрҙең аҙаҡҡы мөҙҙәте — 21 ноябргә тиклем. Ҡыйыҡтарҙы яңыртыу 1 октябргә тиклем дауам итәсәк.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: