Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 13:05

БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу осоро башланды

Ул 19 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

БДИ-ны  ваҡытынан алда тапшырыу осоро башландыБДИ-ны  ваҡытынан алда тапшырыу осоро башланды
БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу осоро башланды

Быйыл 318 сығарылыш уҡыусыһы алдан тапшырыу теләген белдергән. Уларҙан БДИ-ны - 305, дәүләт сығарылыш имтиханын 13 кеше тапшыра.

«Бөгөн география һәм әҙәбиәт буйынса БДИ-нан 2023 йылғы яңы имтихан кампанияһы башланды. Географиянан имтиханда – 11, әҙәбиәттән 28 кеше ҡатнаша. Киләһе имтихан 23 мартта рус теленән үткәрелә. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре 5 апрелдән дә һуңға ҡалмайынса билдәле була», – тип хәбәр иттеләр ведомствола.

Билдәләнеүенсә, 2023 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоронда ҡатнашыуға Рәсәйҙә 18,3 мең кеше ғариза биргән. Ваҡытынан алдағы осорҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе - уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар.

2023 йылда Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында 16 200 кеше ҡатнаша, уларҙың 15 020-һе – әлеге йылдағы, 1 017-һе - уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар, 132-һе һәм 10-һы - колледж студенттары, 20-һе - уҙған йылдарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тамамламаған, 1-һе - сит ил дәүләте гражданы.

Быйыл йәмғиәтте өйрәнеү фәне һайлау буйынса иң популяр фән булды - 35,3 процент. Информатикаға һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары (23,9%), биология (17,3%), физика (17,1%), химия (14,7%) һәм тарих (11,5%) менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас