Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Март 2023, 14:08

Башҡортостан Иранға юғары технологиялы ҡорамалдар оҙатасаҡ

Был хаҡта оператив кәңәшмәл һөйләнеләр.

Башҡортостан Иранға юғары технологиялы ҡорамалдар оҙатасаҡ
Башҡортостан Иранға юғары технологиялы ҡорамалдар оҙатасаҡ

Башҡортостандан 75 эшҡыуар Иранға эш сәфәре менән барып ҡайтты. Улар ике көндә 250 осрашыу үткәрергә өлгөргән. Дөйөм 5 миллион долларға килешеүҙәр төҙөлгән, ҡалғандары буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай тип һөйләне бөгөнгө хөкүмәттең кәңәшмәһендә тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева.

Килешеүҙәрҙең береһе – Башҡортостан Иран менән берлектә балалар уйынсыҡтары етештерәсәк, республиканан скважина быраулау өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар, майлау материалдары, газ-турбина двигателдәре, приборҙар оҙатыласаҡ. Республикала Иран тауарҙарын етештереү һәм Исфаханда уртаҡ предприятие асыу ҡарала. Шулай уҡ Башҡортостандан Иран мебель етештереүселәренә ағас оҙатыла башлауы ла мөмкин. Ирандар шулай уҡ беҙҙең ауыл хужалығы продукцияһы һәм минераль ашламалар менән ҡыҙыҡһына. 

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: