Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Марта 2023, 04:03

«Ғалимдар – мәктәптәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк

Ул 12 апрелдә үтеп, Космонавтика көнөнә арналасаҡ.  

«Ғалимдар –  мәктәптәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы  үтәсәк«Ғалимдар –  мәктәптәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы  үтәсәк
«Ғалимдар – мәктәптәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы үтәсәк

Рәсәй «Белем» йәмғиәтенең «Ғалимдар – мәктәптәргә» акцияһы – VII – XI  класс уҡыусылары өсөн асыҡ интерактив дәрестәр. Уларҙы илебеҙҙең инициативалы йәш ғалимдары үткәрә. Хәҙерге заман Рәсәй тикшеренеүселәренең нимә менән шөғөлләнгәнен белерһегеҙ, уларға һорауҙар бирергә лә  була. Биология, химия, физика, лингвистика һәм башҡа фәндәрҙән үҙегеҙ өсөн көтөлмәгән бик күп факттар асырһығыҙ.

Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк: https://znanierussia.ru/events/uchenyj-v-shkole-1312.

 

Тулыраҡ мәғлүмәт ошо һылтанма буйынса: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/5..

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас