Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Марта 2023, 14:30

Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты

Улар араһында БР Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев та бар.

Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайттыХәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты
Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты

«Был полктан һалдаттарҙың бишенсе төркөмө ҡайта. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һалдаттарҙы ялға алып ҡайтыу өсөн кәрәкле техника менән тәьмин итә. Беҙҙең егеттең хәрби бурыстарҙы яҡшы үтәй, командованиенан яҡшы хәбәрҙәр килеп тора», - тине хәрбиҙәрҙе ҡаршылағанда БР Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов.

Улар араһында БР Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев та бар. Ғинуар аҙағында Донбасста башҡорт музейы булдырыуы хаҡында яҙғайныҡ(ye102.ru). Музей экспозицияһы республикабыҙ халыҡтарының хәрби тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған. Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса китаптарҙы яҡташыбыҙға хеҙмәттәштәре ебәргән. 

– Егеттәр менән барыһы ла һәйбәт, һәр кеме үҙ хәрби бурысын үтәй. Әлбиттә, иң тәүҙә ғаиләм, яҡындарым менән ял итергә планлаштырам. Тыуған яғымды һағындым. Эшкә бәйле пландар ҙа бар. Коллегалар менән осрашырға ниәтләйем. Артабан нисек эшләргә икәнлеген һөйләшербеҙ. Яңы идеяларым бар, – тине Марат Зөлҡәрнәев. Өфөлә уны иң мөһим кешеһе - кескәй ҡыҙы һәм ғаиләһе ҡаршы алған.

«Кардан» позывнойлы хәрби һөйләүенсә, әлегә СВО зонаһында тыныс.

«Ял итергә, ғаиләмде күрергә ҡайттым. Иң мөһиме, СВО зонаһында тыныс. Тиҙҙән кире юлға сығабыҙ. Төрлө осраҡтар була, ә былай барыһы ла яҡшы», - ти ул.

 

Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты
Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты
Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты
Хәрбиҙәрҙең тағы бер төркөмө ялға ҡайтты
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас