

"Башавтотранс" билетһыҙ пассажирҙарға ҡаршы ошолай көрәшә. Водитель, күрәһең, бик ҡыҙыу кеше булып сыҡҡанмы әллә үҫмер үҙе ҡыҫылғанмы. Әлегә билдәһеҙ. Һәр хәлдә тикшерерҙәр. Күптәр водителде әрләй, әлбиттә. Хатта бер ҡатын предприятиеға ялыу яҙған.
- Водитель быны аңлы рәүештә эшләне. Автобус тулы халыҡ, ҡысҡырып әрләгәс кенә асып ебәрҙе. Әгәр шунда үҫмерҙең аяғы һынһа? Мин баланың ата-әсәһе урынында булһам, прокуратураға мөрәжәғәт итер инем, - ти ул.
Водитель хаҡлы, тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Фото: видеонан скриншот.