Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов 1968 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.
1987 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класын, аҙаҡ — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлай. Уҡыу барышында ике йыл СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайта.
1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында эшләй.
1998—1999 йылдарҙа «Башҡортостан» ДТРК-ның «Таныш булмаған таныштар» һәм «Таныш булмаған таныштар-2» музыкаль телефильмдәрендә төп ролдәрҙе башҡара. «Башҡортостан» киностудияһында нәфис фильмдәрҙә төп ролдәрҙә уйнай: Ҡурамша Йәнбирҙин («Сөмбөлдөң етенсе йәйе», 2002 йыл), Мәрәһим («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», 2003 йыл).
2006 йылда Рәсүл Ҡарабулатов Өфө ҡалаһындағы "Дуҫлыҡ Йорто"ноң директоры итеп тәғәйенләнә, 2007 йылдан ул — Башҡортостан Республикаһының «Конгресс-холл» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры.
2010 йылдың декабренән 2014 йылдың февраленә тиклем Рәсүл Рафиҡ улы — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының директоры.
Ғаиләһе: ҡатыны — Ҡарабулатова Айгөл Ҡәҙим ҡыҙы, ҡыҙы Гөлнур Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡый, улы Ильяс Башҡорт дәүләт филармонияһының «Карауанһарай» төркөмөндә бейеүсе булып эшләй.
2018 йылдың 10 ноябрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсүл Ҡарабулатовтың ҙур юбилей концерты була.
"Башҡорт Википедияһы."
Юлай Кәримов фотоһы.