Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Марта 2023, 07:01

Луганскиға Урал аръяғынан гуманитар ылау юлға сыҡты

Уны Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙары йыйған. 

Луганскиға Урал аръяғынан гуманитар ылау юлға сыҡтыЛуганскиға Урал аръяғынан гуманитар ылау юлға сыҡты
Луганскиға Урал аръяғынан гуманитар ылау юлға сыҡты

Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр өсөн ҙур гуманитар ярҙам әҙерләгән: 30 кубометр таҡта, йәйелмәле карауат, автозапчастар, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, һыу һауыттары, күсмә мунса.

– Беҙҙең бизнес-берләшмәнең эшмәкәрлеге киң. Урал аръяғы эшҡыуарҙары менән берлектә ҡалаларҙа һәм райондарҙа спорт, мәҙәниәт үҫешенә булышлыҡ итәбеҙ, төрлө ярыштар, фестивалдәр ойошторабыҙ. Урал аръяғы приюттарына хәйриә ярҙамы күрһәтәбеҙ. Файҙалы үҫеш форумдары, эшҡыуарҙар өсөн семинарҙар үткәрәбеҙ, — тине союз рәйесе, Баймаҡ эшҡыуары, «Саптар» өлгөлө хореография студияһы етәксеһе Радик Бакиров. 

Союзда Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил һәм Сибай эшҡыуарҙары берләшкән. Улар Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев батальондары яугирҙәре өсөн кәрәкле әйберҙәр йыя: был йылы кейемдәр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, махсус техника.

–  Ошо көндәрҙә СВО-нан ялға ҡайтҡан Сибай филармонияһының ике хеҙмәткәре менән осрашыу ойошторҙоҡ. Беҙҙең коллектив уларға һәм Сибай филармонияһының башҡа мобилизацияланған артистарына уңайлы карауаттар бүләк итте. Фронт һыҙығындағы егеттәргә посылкалар йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Урал аръяғы эшҡыуарҙарының барыһына ла рәхмәтемде белдерәм. Был йөктө әҙерләүҙә Баймаҡ районы эшҡыуарҙары Илсур Нәбиуллин, Арыҫлан Байрамғолов, Руслан Таһиров ҙур ярҙам күрһәтте. Руслан Таһиров һәм Илсур Нәбиуллин икенсегә гуманитар ярҙам ебәрә, былтыр шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн төҙөлөш материалдары оҙатҡайнылар. Арыҫлан Байрамғолов мобилизацияланғандарҙың ғаиләләрен утын менән тәьмин иткән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас