Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 19:30

Гимназияла "Һылыуҡай" конкурсы үтте

Яҙ. Мөхәббәт. Матурлыҡ. Тап ошондай күңел нескә хистәргә төрөнгән мәлдә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында "Гимназия һылыуҡайы" бәйгеһен уҙғарыу изге йолаға әүерелде. Быйылғы бәйгелә береһенән-береһе һылыу туғыҙ ҡыҙ көсөн һынаны.

Гимназияла "Һылыуҡай" конкурсы үттеГимназияла "Һылыуҡай" конкурсы үтте
Гимназияла "Һылыуҡай" конкурсы үтте

Улар ете төрлө һынауҙа үҙҙәрен һәр яҡлап күрһәтте. Йыр-бейеүгә лә оҫта, сәсән телле лә, ҡурай уйнауға оҫта икән һылыуҡайҙар. Иң беренсе улар үҙҙәре менән таныштырып, ниндәй эшкә маһир булыуҙарын бәйән итеп, оҫталыҡтарын күрһәтте. "Башҡорт ҡыҙҙары бейеүе", "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә", "Һорауға яуап биреү", "Уҡытыусы һәм остаз йылына бәйле конкурс", "Хушлашыу вальсы", "Финал дефилеһы" тигән һынауҙарҙа ла һынатманы гүзәлкәйҙәр.
Шулай итеп, иң тулҡынландырғыс мәл дә етте. "Иң һомғол ҡыҙ" номинацияһында Наҙгөл Алсынбаева бүләкләнде, "Сәсән телле ҡыҙ" — Айгөл Ишбулатова, "Алтын ҡуллы ҡыҙ" - Алһыу Мөхәмәтдинова," Иң һөйкөмлө ҡыҙ" - Юлиә Ниғмәтуллина, "Иң ижади ҡыҙ" - Камилла Хәбибуллина, "Иң өмөтлө ҡыҙ" - Эльвина Ғәббәсова.

Өсөнсө урынды Розалиә Низамова яуланы, икенсе урын — Сара Истәковаға , беренсе урын Элина Искаковаға бирелде. Ә гран-при тажын Эльвина Ғәббәсова кейҙе.
Еңеүселәргә һәм номинацияларҙа билдәләнеүселәргә бүләктәрҙе бәйгенең бағымсыһы булған төрлө йылдарҙағы элекке сығарылыш класс уҡыусылары әҙерләгәйне.

Афарин, һылыуҡайҙар! Һәр ваҡытта яҙ ҡояшылай балҡып, матур булып ҡалығыҙ.

 

 

Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас