Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 17:55

"Юлсы"ға туҡталығыҙ, юлсылар!

Көйөргәҙе районында яңы юл сервисы объекты төҙөлә.

"Юлсы"ға туҡталығыҙ, юлсылар!"Юлсы"ға туҡталығыҙ, юлсылар!
"Юлсы"ға туҡталығыҙ, юлсылар!

Көйөргәҙе районында Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре бизнес-шериф һәм инвесторҙар менән осрашты. Осрашыу барышында улар районда юл буйы сервисын үҫтереү барышы менән танышты, тармаҡтың актуаль мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ дөйөм хаҡы 150 миллион һумға баһаланған 2 хеҙмәтләндереү объектын ҡаранылар.

— Юл буйы сервисын үҫтереү мәсьәләһе бик мөһим. Сөнки беҙ халыҡҡа ғына түгел, республика  аша үткән туристик ағымға ла сифатлы хеҙмәт күрһәтергә бурыслыбыҙ, — тине сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

 «Лесагротранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты заманса. Ойошма автомобилдәр йыуыу станцияһы, туҡталҡа, кафе, ҡунаҡхана төҙөй. Эргәһендә балалар майҙансығы ла буласаҡ. Проект 16 эш урыны булдырасаҡ. Икенсе инвестор — «Анжедор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шулай уҡ Р240 федераль трассаһында күп функциялы комплекс төҙөүгә тотонған. Комплексҡа автозаправка станцияһы, шина монтажлау цехы, электр зарядлау станцияһы, кафе инәсәк. Инвестициялар күләме 100 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 40-тан ашыу эш урыны булдырыласаҡ.

Инвестор әйтеүенсә, комплекс төҙөлөшөн йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Эшҡыуар шулай уҡ Благовар, Благовещен, Белорет һәм Бүздәк райондарында юл буйы сервисы объекттарын төҙөй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл буйы сервисы объекттарын төҙөүгә эшҡыуарҙарға бик күп ярҙам саралары, льготалар ҡаралған. Әгәр проект кәмендә 15 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотһа, инвестор ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алырға мөмкин.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас