

Кисә Башҡортостан мөфтөйө Айнур Бирғәлин социаль селтәрҙә "Әр-Рәхим" мәсетенең көмбәҙе ни өсөн ҡолағанын аңлатты. Асыҡланыуынса, ҡоролманы урынлаштырыуҙа инженер хатаһы киткән.
«Тәүге тикшереүҙә үк шул асыҡланды: мәсеттең көмбәҙе ике өлөшкә һынған. Көмбәҙҙең манараға беркетелгән өлөшө урынында тороп ҡалған. Ә икенсе өлөшө нәҙек урынынан һынып, ҡолап төшкән», — тип яҙа Бирғәлин.
Әле ҡолап төшкән ҡоролманы мәсет биләмәһенән алып киткәндәр — уны белгестәр өйрәнә. Уның урынына манараға яңы конструкция эшләнәсәк. Был эштәргә әҙерлек бара. Ҡалған көмбәҙҙәр шулай уҡ тикшереләсәк һәм нығытыласаҡ.