Был ҡот осҡос хәл хаҡында яҙғайныҡ: 23 ғинуарҙа 15 йәшлек үҫмер Ырымбур — Өфө пассажир поезы аҫтында ҡала. Машинист быға юл ҡуймаҫ өсөн көслө сигнал биреп, поезды туҡтатырға тырышһа ла, үҫмер ишетмәй, наушник кейгән була.
Зыян күреүсенең баш һөйәге йәрәхәтләнә. 31 ғинуарҙа санитар авиация менән реаниматолог оҙатыуында Өфө дауаханаһына килтереләр. Үҫмер оҙаҡ ваҡыт ауыр хәлдә була.
Бөгөн Һаулыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте "Башинформ"ға пациенттың үлеме хаҡында хәбәр иткән. 6 мартта үҫмерҙең йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.