

Рәсәйҙең ирекмәнлек ойошмалары ассоциацияһы #МЫВМЕСТЕ 2023 Халыҡ-ара премияһына ғаризалар ҡабул итә. Премия ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә һәм донъяла тормош шарттарын яҡшыртыуға һәм кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырылғайны. Быйыл премияның дөйөм фонды - 90 миллион һум.
Ҡатнашырға теләүселәр 11 номинацияла ғариза ебәрергә мөмкин: граждандарға ярҙам, экология, туризм, таланттарҙы асыу һәм шәхесте үҫтереү, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәниәтен үҫтереү, тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм башҡалар. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ, шулай уҡ эре компаниялар айырым номинациялар булдырылған.
— #МЫВМЕСТЕ премияһы — барлыҡ ирекмәндәр берләшмәһе өсөн әһәмиәтле ваҡиға. Ирекмәнлек йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай барыһын да берләштерә. Бөгөн ирекмәнлек күп осраҡта мохтаждарға ярҙам итеүҙән ғибәтәр. 10 мартта беҙ Башҡортостан ирекмәндәренең тәүге форумын үткәрҙек. Унда ирекмәндәрҙе, коммерцияға ҡарамаған тармаҡ һәм бизнес вәкилдәрен йыйҙыҡ. Халыҡ-ара премия— тәжрибә уртаҡлашыу һәм ил кимәлендә танылыу яулау мөмкинлеге, — тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Премияға ғаризалары киләһе һылтанма буйынса ебәрергә мөмкин: премия.мывместе.рф. Финалистар үҙҙәренең проекттарын Мәскәүҙә яҡлаясаҡ. Халыҡ-ара премия еңеүселәре ойоштороу комитеты ағзалары йә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһынан үҙҙәренә остаз һайлау хоҡуғына эйә буласаҡ. Шулай уҡ үҙенең проектын тормошҡа ашырыуға 3 миллион һум аҡса аласаҡ.