Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 12:15

Илсур Нәбиуллин яугирҙарыбыҙға ярҙам ебәргән

Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы эшҡыуарҙар менән берлектә хәйриә акцияһы ойоштора.

Союз Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһы эшҡыуарҙарын берләштергән. Бөгөн Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллин төҙөлөш материалдары тейәп ебәргән, шулай уҡ Сибайҙан гуманитар ярҙам юлға сыҡҡан. 

19 мартта гуманитар ылау Красный Луч ҡалаһына юлланасаҡ. 

Хәйриә акцияһында шулай уҡ Урал аръяғы эшҡыуарҙары Арыҫлан Байрамғолов һәм Руслан Таһиров ҡатнаша.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас