Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 17:49

Дүртөйлөлә яңы батальондарҙың штабы асылды

Был хаҡта "Башҡорт батальоны" телеграм каналында хәбәр итәләр. https://t.me/bashbat02/1955

Дүртөйлөлә яңы батальондарҙың штабы асылдыДүртөйлөлә яңы батальондарҙың штабы асылды
Дүртөйлөлә яңы батальондарҙың штабы асылды

Ул Дүртөйлө ҡалаһы, Мария Яҡутова тыҡрығы, 4 адресы буйынса урынлашҡан. Унда яңы төҙөлгән ирекле батальондарға яҙылырға мөмкин. 

Бынан алда яңы ирекле батальондарға яугирҙар йыйылыуы хаҡында яҙғайныҡ.(ye102.ru)

Батальондарға 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Батальондың төп офисы Өфөлә, Әй урамы, 63 адресы буйынса урынлашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәтте +79870472875 телефон һандары буйынса белешергә мөмкин. Стәрлетамаҡтағы филиалы Хоҙайбирҙин урамы, 118 адресы буйынса эшләй. Телефон һандары: +79174628917, +79174264386.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас