Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Марта 2023, 12:15

Белгестәрҙе уҡытыуға аҡса бүленә

2023 йылда Башҡортостанда хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларының 870 хеҙмәткәре ҡайтанан уҡытыуға ебәреләсәк.

Белгестәрҙе уҡытыуға аҡса бүленәБелгестәрҙе уҡытыуға аҡса бүленә
Белгестәрҙе уҡытыуға аҡса бүленә

Рәсәй Хөкүмәте указына ярашлы, Башҡортостанда хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри уҡытыу буйынса саралар планлаштырылған.

 2023 йылда квота 870 кешегә бирелгән. Ошо маҡсатта яҡынса 52 миллион һум бүлеү планлаштырыла, шуларҙың 99 проценты федераль бюджет аҡсаһына, 1 проценты төбәк бюджетынан. Яңы программа оборона сәнәғәтендә кадрҙар мәсьәләләрен хәл итергә, ә төбәктә йәшәүселәргә яңы һөнәр үҙләштерергә һәм хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларында эш табырға ярҙам итәсәк.

«Былтыр эштән бушатыу хәүефе янаған сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә белем алды. Мәҫәлән, санкциялар арҡаһында заказдар булмау сәбәпле, бер цехты ябырға тура килде. 3612 эшсене ошо уҡ предприятиеларҙа кәрәкле һөнәргә уҡыттыҡ, ҡайһыларының квалификацияһын күтәрергә ярҙам», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Билдәләп үтергә кәрәк, мәшғүллеккә булышлыҡ итеүҙең яңы йүнәлеше сиктәрендә оборона сәнәғәте предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуҙан тыш, яңы эш эҙләүселәрҙе лә йәлеп итә аласаҡ. Улар менән килешеү төҙөлә һәм курс ойошторола.

2022 йылда республиканың мәшғүллек үҙәктәре хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларына 7316 кешене эшкә урынлаштырған, шуларҙың 228-е — урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар. 2023 йылдың мартына оборона сәнәғәтенең һәр предприятиеһына мәшғүллек үҙәге белгесе тәғәйенләнгән.

2023 йылда бындай саралар ярҙамында 176 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылыр тип күҙаллана. Федераль бюджет был маҡсатта 12,8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлгән.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас