

Был фотоһүрәт менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә уртаҡлашҡан.
- Бөгөн Һамарҙа эшләйбеҙ. Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышындабыҙ. Санкция баҫымы шарттарында төбәктәрҙә булған мөмкинлектәрҙе асырға кәрәк.
P.S. Ә туғандаш Татарстан һәм республика етәксеһе Рөстәм Нурғәле улы Миңлеханов менән беҙ күптән һөҙөмтәле эшләйбеҙ, - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.