

Балалар Ҡырым ярымутрауын фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан билдәле летчиктар, Советтар Союзы Геройҙарының героик тарихы менән танышты. Әйткәйек, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев Перекоп һәм Севастополь өсөн алыштарҙа ҡатнаша.
Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова «По-2» төнгө бомбардировщигы менән Таман, Керчь, Феодосия һәм Севастополь өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Фронтовик ҡатын Севастополде азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә, төнөн биш-алты хәрби осош яһай. Апрелдең бер төнөндә немец аэродромына бомба һалынырға тейеш була. Мәғүбә Сыртланова аэродромды сәпкә ала, әммә үҙе зенит уты аҫтына эләгә һәм ергә ҡолай башлай. Фашистар, ул шартланы, тип уйлай. Түбәндә Ҡара диңгеҙ, бына-бына ул үҙенең ҡара упҡынына йотасаҡ. Ә яҡташыбыҙ самолетын ярға төшөрөп өлгөрә. Был Мәғүбә Сыртланованың һуғыш ваҡытында яһалған ете йөҙ һикһән осошоноң иң иҫтәлеклеләренең береһе була.
Севастополдәге Малахов Ҡурғанында Борай районынан артиллерист Тажетдин Ғиләжетдинов та аяуһыҙ батырлыҡ күрһәтә. Тажетдин Ғиләжетдинов етәкселек иткән 665-се уҡсылар полкының артиллерия батареяһы взводы 1944 йылдың 7-9 апрелендә Тархан ауылы өсөн барған алыштарҙа өс дзотты, ике ауыр миномет батареяһын һәм дошмандың танкыға ҡаршы өс орудиеһын шартлата.
Ҡырымда кесе лейтенант Иван Бережной ҙа һуғыша. Ул 1942 йылдың авгусында Стәрлетамаҡтан фронтҡа саҡырыла. 1944 йылдың 10 апрелендә Бережной етәкселек иткән пулемет взводы немец ғәсғәрҙәренә контрһөжүм яһай. Бережной шәхсән үҙе пулемет артында тора һәм яҡында ғына шартлаған снаряд ярсыҡтары эләгеп яралана. Ҡанға батҡан һәм тереләй янған 20 йәшлек Иван дошман һалдаттарын атыуын дауам итә һәм яу яланынан сыҡмайынса һәләк була. Ул Ҡырымдың Суворов ауылында ерләнгән. Кесе лейтенант Иван Бережнойға һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
– Беҙҙең балаларға экскурсия бик оҡшаны. Йәш быуын өсөн бындай белем бик файҙалы. Хәҙерге заман балалары башлыса гаджеттарҙа, улар беҙҙең данлы тарихты һирәк өйрәнә, интернетта тарихи материалдар эҙләй. Бындай саралар бөгөн айырыуса мөһим. Балаларыбыҙ бөйөк илдә йәшәүебеҙҙе белергә тейеш. Тарихты белһәләр, бөгөнгөнө ҡәҙерләйәсәктәр һәм аңлаясаҡтар, — тине төркөм етәксеһе Алена Осинцева .