Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 03:20

Әртист булыр әле Айсулпан!

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, мәж килә. Ейәнсура районының Сәғит ауылынан йәш блогер Айсулпан Тоҡомбәтованың да ошондай сараларҙан ҡоро ҡалғыһы килмәй, бик шәп вайн төшөргән. Ни тиһәң дә, өләсәһе менән ҡартатаһы йәшәй бит унда. Бигерәк килештерә лә инде ҡыҙ. Киләсәктә әртист тә булыр әле! Афарин, Айсулпан!    

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас