Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 12:55

Рәсәйҙә тәүге ғилми балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк

Быйыл  Рәсәй ихаталарында һәм парктарҙа тәүге ғилми балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.

Рәсәйҙә тәүге ғилми балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәкРәсәйҙә тәүге ғилми балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк
Рәсәйҙә тәүге ғилми балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылдың 1 декабрендә үткән Йәш ғалимдар конгресында ҡатнашыусылар һәм фән һәм мәғариф өлкәһендә кадрҙар менән идара итеү резервын үҫтереү программаһында ҡатнашыусылар менән осрашыу йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген раҫланы. Уларҙың береһендә ил башлығы Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең башҡарма власть органдарына «Балалар ғилми майҙансыҡтары» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға тәҡдим итте.

Фән һәм технологиялар ун йыллығында Рәсәй төбәктәрендә балалар өсөн ғилми майҙансыҡтар төҙөләсәк. Унда уҡыусылар илебеҙ фәненең ҡаҙаныштары һәм ғалимдарҙың физика һәм химиянан алып экологияға һәм астрономияға тиклем эше тураһында уйын формаһында белә аласаҡ. Тәүге майҙансыҡтарҙы 2023 йылдың май-июнь айҙарында һалыу күҙаллана. Ун йыллыҡты үткәреүҙең тәүге өс йылында Рәсәйҙең кәмендә 30 ҡалаһында фәнни балалар майҙансыҡтарын булдырыу күҙ уңында тотола.

Уларҙа теге йәки был тораҡ пунктында киң күрһәтелгән фән йүнәлештәрен һәм төп тәбиғәт закондары эшен сағылдырған уйын объекттары урынлаштырыласаҡ. Мәҫәлән, һәр майҙансыҡтың концепцияһы асыҡ һауала интерактив музей булдырыуға ҡайтып ҡала. Унда балалар уйын аша электр энергияһының нимә икәнен, ҡояш системаһының нисек ҡоролоуын, тауыштың таралыу тиҙлеген һәм хәрәкәт тиҙлеген нисек иҫәпләүҙе белә ала.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас