Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2023, 11:29

Өфө университеты шәп проект башлаған!

Ул төбәктең тегеү сәнәғәтен үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Өфө университеты шәп проект башлаған!Өфө университеты шәп проект башлаған!
Өфө университеты шәп проект башлаған!

Бынан ары магазинға барып, үҙеңә тап килгән кейемде эҙләп йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Эйе-эйе. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары Башҡортостан эшкә яраҡлы йәштәге халыҡтың үлсәмдәр типологияһын булдырасаҡ. Ошо маҡсатта һәр кешенең антропометрик мәғлүмәттәрен туплау технологияһын эшләйҙәр. Мәғлүмәттәр тупланғас, кешенең цифрлы игеҙәге булдырыласаҡ. Тикшеренеү «Новая среда жизни» стратегик проектына ярашлы үткәрелә. Проект авторҙары дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала, тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Александр Шелдяев – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры.

— Ярҙам проектты үҫешеү кимәле буйынса күрһәтеләсәк. Әгәр был идея ғына булһа, бизнес башлау өсөн 1 миллион һумға тиклем студент стартабына грант алырға мөмкин. Әгәр һүҙ үҙ эшен киңәйтергә ниәтләгән предприятиелар хаҡында бара икән, льготалы кредиттар, мәҫәлән, грант программалары бар, улар ярҙамында Башҡортостандың инновацион компаниялары 35 миллион һум һәм унан да күберәк ярҙам ала ала. Беҙ федераль һәм төбәк ярҙам сараларын берләштерәбеҙ һәм предприятиелар өсөн шарттар булдырабыҙ. 2022 йылда Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамында Башҡортостандың 126 проект төҙөүсеһе һәм инновацион компанияһы 349 миллион һумлыҡ гранттар алды, - тип аңлатты республика сәнәғәт министрлығы етәксеһе.

Проект авторҙары фекеренсә, һанлы игеҙәк кейемде проектлауҙа ҙур ярҙам буласаҡ. Кеше тәненең параметрҙары үҙгәреү сәбәпле, фигураларҙың төрҙәре тураһында мәғлүмәттәр «иҫкерә» бара, кейем конструкциялары ҡулланыусы кәүҙәһенә тап килмәҫкә лә мөмкин.

— Үлсәмдәр типологияһы тиҙ үҙгәрә, был географик, демографик, милли, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни факторҙарға ҡайтып ҡала. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн беҙ төбәктең антропометрик мәғлүмәттәр системаһын булдырабыҙ, — тине ӨДНТУ кафедраһы доценты Айрат Рәхмәтуллин.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас