Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 13:30

Фәнис Хөсәйеновтың класташы СВО-ла һәләк булған

Тәтешле районы халҡы Динис Ғарифуллинды һуңғы юлға оҙатты.

Фәнис Хөсәйеновтың класташы СВО-ла һәләк булғанФәнис Хөсәйеновтың класташы СВО-ла һәләк булған
Фәнис Хөсәйеновтың класташы СВО-ла һәләк булған

Махсус хәрби операцияла Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылынан тағы бер егет - "Вагнер" ЧВК-һында хеҙмәт иткән Динис Ғарифуллин һәләк булған. Кисә һалдатты һуңғы юлға оҙаттылар. 

«Мин Динисты Яңы Ҡайпан ауылында башланғыс кластарҙа уҡыттым. Улар Фәнис менән бер класта уҡыны. Инде 2 уҡыусымдың ер ҡуйынында ятыуына әле лә ышана алмайым. Динис беренсе класҡа бөтә хәрефте танып, уҡырға өйрәнеп килгән ине. 7 малай, 1 ҡыҙ уҡынылар. Шуҡ булһалар ҙа, бик татыу, берҙәм инеләр. Барыһы ла асыҡ йөҙлө, , гел иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торҙолар. Үҙ балаларым кеүек булдылар. 

Оҙаҡ йәшәргә, бәхетле булырға тейеш ине улар. Барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Денис, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, урының йәннәттә булһын. Тыныс йоҡла», - тип һөйләгән уҡытыусыһы Айһылыу Мөҙәрисова.

Динис Ғарифуллин бала саҡтан спорт менән дуҫ булған, армрестлинг, гер күтәреү һәм көрәш менән шөғөлләнгән. Әрме хеҙмәтен Ырымбурҙа мотоуҡсылар ғәскәрендә үткән. 2017 йылға тиклем контракт буйынса хеҙмәт иткән. 2022 йылдың октябрендә СВО-ға алынған. "Вагнер" отрядында хеҙмәт иткән. Ошо көндәрҙә Бахмут янындағы алыштарҙың береһендә һәләк булған. 

"Йәшлек"тәр батырҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас