Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 17:30

Фәнис Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә

Яҡташыбыҙ, "Ҡая" төркөмө етәксеһе Филүс Бөркөт Тәтешле батырына бағышлап йыр яҙған.

Фәнис Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенәФәнис Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә
Фәнис Хөсәйеновтың яҡты иҫтәлегенә

Фәнис Хөсәйеновтың хәтере үлемһеҙ. Айҙар үтер, йылдар үтер, әммә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың даны таралыуҙан туҡтамай. Күптән түгел гәзитебеҙ биттәрендә Фәнис Хөсәйенов хаҡындағы очерк (авторы - билдәле прозаик Мөнир Ҡунафин) донъя күргәйне. Бөгөн Саҡмағош башҡорто Филүс Бөркөт геройға арналған йырын халыҡ хөкөмөнә сығарҙы. 

Әйткәндәй, тәтешлеләр ҙә яҡташының хәтерен мәңгеләштереү өсөн күп көс һала. Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбендә Герой партаһы һәм уның исемендәге кабинет булдырылды. Бынан тыш, республика халҡы Рәсәй Геройы исемен биреүҙе даулап, ҡултамғалар йыя, петициялар ойоштора.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас