Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Март 2023, 09:51

Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» көнө билдәле булды

Байрам 19 майҙа уҙасаҡ.

Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» көнө билдәле булдыӨфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» көнө билдәле булды
Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» көнө билдәле булды

Тейешле бойороҡҡа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйҙы. «2023 йылдың 19 майында XI класты тамамлаусылар өсөн уҡыу йылын тамамлауға арналған «Һуңғы ҡыңғырау» дөйөм ҡала сараһын ойошторорға һәм уҙғарырға», – тиелә документта.

Өфөнөң район хакимиәттәре, ҡала йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы, ҡала янғын һағы идаралығы һәм башҡа күҙәтеү ведомстволарына 11-се класты тамамлаусылар өсөн «Һуңғы ҡыңғырау»ҙы ойошторғанда һәм уҙғарғанда уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау буйынса тулы саралар күрергә ҡушылды.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас