Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 12:25

Был проект йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса

Рәсәйҙең 15 пилотлы төбәге колледж һәм техникум студенттары «Яңы кешеләр» партияһының йәштәр эшҡыуарлығы буйынса «Мин эштә» белем биреү программаһында ҡатнашасаҡ. Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцовтың «Яңы кешеләр» партияһы лидеры Алексей Нечаев менән осрашыуында ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Был проект йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асаБыл проект йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса
Был проект йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса

Программаның маҡсаты – идара итеү һәм коммуникатив оҫталыҡты, йәштәр араһында эшҡыуарлыҡ грамоталылығын һәм остазлыҡ тәжрибәһен үҫтереү.

«Мин эштә» проекты йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса, ул көнүҙәк һәм кәрәкле йүнәлеш. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы колледж һәм техникум студенттарына ошо проектты киңәйтеү буйынса пландарҙы хуплай», - тине Сергей Кравцов.

Ул министрлыҡтың урта белем биреү системаһын камиллаштырыу буйынса ҙур эш алып барыуын иҫкә төшөрҙө. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһе - «Профессионалитет» проектын тормошҡа ашырыу.

85 меңдән ашыу уҡыусы «Мин эштә» программаһында ҡатнашҡан, программаны тамамлаусы 9 мең студент 1,5 мең үҙ стартаптарын уңышлы тормошҡа ашырған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас