Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Марта 2023, 11:52

Ауыл хужалығы ойошмаларына Ирандан пилотһыҙ осоу аппараттары килтереләсәк

Республика компаниялары дөйөм 5 миллион долларға тиҫтәләгән килешеү төҙөгән.

Ауыл хужалығы ойошмаларына Ирандан пилотһыҙ осоу аппараттары килтереләсәкАуыл хужалығы ойошмаларына Ирандан пилотһыҙ осоу аппараттары килтереләсәк
Ауыл хужалығы ойошмаларына Ирандан пилотһыҙ осоу аппараттары килтереләсәк

Башҡортостан предприятиеларының Иранға эш сәфәре «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт» милли проектына ярашлы ойошторолған. Унда ойошмалар дөйөм 5 миллион долларға тиҫтәләгән килешеү төҙөгән. Был турала Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

— Башҡортостан предприятиеларының Иран Ислам Республикаһына эш сәфәре бик һөҙөмтәле булды. 3 көн дауамында 30 республика компанияһы вәкилдәре Иран эшҡыуарҙары менән 250-нән ашыу осрашыу үткәрҙе, — тине Маргарита Болычева.

Шулай итеп, Иран предприятиелары башҡорт компанияларының горизонталь һәм ауыш йүнәлешле нефть һәм газ скважиналарын быраулау хеҙмәте, республика предприятиелары етештергән порт ҡорамалдары өсөн сығып үлсәгестәре менән ҡыҙыҡһына. Иран яғы Башҡортостанды сәсеү майҙандарын химик эшкәртеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары, ҡошсолоҡ өсөн ҡорамалдар йыйылмаһы, киптерелгән емеш-еләк, сәтләүек, тәм-том менән тәьмин итергә әҙер.

Бынан тыш, Иран предприятиелары "Газ. Нефть. Технологиялар - 2023" 31-се халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһендә ҡатнашырға теләк белдергән. Сара 2023 йылдың 23 - 26 майында Өфөлә үтәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас