Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 06:53

Ҡулланыусылар хоҡуҡтары мәсьәләһе ҡараласаҡ

"Башинформ"да матбуғат конференцияһы үтәсәк.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтары мәсьәләһе ҡараласаҡҠулланыусылар хоҡуҡтары мәсьәләһе ҡараласаҡ
Ҡулланыусылар хоҡуҡтары мәсьәләһе ҡараласаҡ

Иртәгә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ҡулланыусылар хоҡуҡтары мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы үтә. Сығыш яһаусылар ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса сараларҙың һөҙөмтәләре, республика халҡының мөрәжәғәттәре, суд практикаһы һәм 2023 йылға пландар тураһында һөйләйәсәк.

Журналистарҙың һорауҙарына "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса бүлеге начальнигы Анна Казак һәм Башҡортостан Башлығының ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Валерий Самохин яуап бирәсәк.

 

 
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас