Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 12:46

Ҡубыяҙ ауылында белем биреү комплексы төҙөләсәк

Быйыл Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында белем биреү комплексы төҙөлә башлаясаҡ. Бында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы буласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Әлеге ваҡытта генераль подрядсыны һайлау буйынса аукцион уҙғарыла.

Ҡубыяҙ ауылында белем биреү комплексы төҙөләсәкҠубыяҙ ауылында белем биреү комплексы төҙөләсәк
Ҡубыяҙ ауылында белем биреү комплексы төҙөләсәк

Майҙаны яҡынса 4,3 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы кирбес бинала ашхана, спорт залы, медицина блогы ҡаралған. Төҙөлөш заманса санузелдар, йылытыу, видеокүҙәтеү системалары, янғын һәм һаҡ сигнализацияһы менән йыһазландырыласаҡ.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас