14 мартта Мәскәүҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров "Еңеү фәне" Бөтә Рәсәй форумында сығыш яһаны.
– Мин башҡорт булараҡ, шуны әйтә алам: самбо – ул үҙебеҙҙең башҡорт спорты төрө. Уға нигеҙ һалыусылар Рәсәй халыҡтары көрәшенең, шул иҫәптән башҡорт көрәшенең элементтарын алған, - тип сығыш яһаны унда республика етәксеһе.
Радий Хәбиров былтыр Өфөлә Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов, Игорь Нәсибуллин һәм Тамерлан Илһамов иҫтәлегенә самбо буйынса "Йондоҙ" балалар турниры үтеүе хаҡында һөйләне. Ярышта илебеҙҙең һәм Беларусь Республикаһының йәш спортсылары ҡатнашҡайны. Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй"ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчакка ошо турнирҙарға халыҡ-ара статус бирергә тәҡдим итте. Ә турнирҙың майҙансығы итеп яңы Көрәш һарайын һайларға була, ул 2024 йылда асыласаҡ. Турчак Радий Хәбировтың башланғысын хупланы. Шулай итеп, 2024 йылда Өфөлә төҙөлөп ятҡан Көрәш үҙәгендә самбо буйынса халыҡ-ара ярыштар үтәсәк.