Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Марта 2023, 07:50

"Иң ауыр этапты үттек"

Көнсығыш юлында ер ҡаҙыу эштәре тамамланды, тип һөйөнсөләне Радий Хәбиров. 

"Иң ауыр этапты үттек""Иң ауыр этапты үттек"
"Иң ауыр этапты үттек"

- Беҙҙең иң төп төҙөлөштәрҙең береһендә, Өфөнән «Урал» М-5 трассаһына барып тоташҡан Көнсығыш юлында тоннелдә ер ҡаҙыу эштәре тамамланды. Был – иң күләмле һәм технологик яҡтан ауыр этап. 

Хәҙер июнгә тиклем төҙөүселәр конструкциялар ҡороу менән шөғөлләнәсәк. Көньяҡ тоннелдә өҫкө, аҫҡы һәм сит яҡтарын монтажлайҙар, төньяҡта юл япмаһына бетон түшәйҙәр һәм инженер селтәрҙәре үткәрәләр.

Дөйөм алғанда, Көнсығыш юлы 63 процентҡа әҙер. Графикҡа ярашлы барабыҙ – 24/7 эшләйбеҙ, - тип яҙҙы республика етәксеһе үҙенең сәхифәһендә.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас