

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Рәсүл Хәсәнов ебәргән фәһемле яҙманы тәҡдим итәбеҙ.
Республикабыҙҙа бер нисә йыл дауамында “Айыҡ ауыл” конкурстары үтә һәм йылдан-йыл үҙенә халыҡтың иғтибарын күберәк йәлеп итә. Тәүҙәрәк: “Шул да булдымы конкурс... Эскән кеше барыбер эсә инде...” – тип сараға бармаҡ аша ҡарағандар ҙа бөгөн икенсе төрлө фекер йөрөтә, донъяға ҡарашын үҙгәртә, улар йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы хаҡында тәрәндәнерәк уйлана. Ваҡытлыса ғына ләззәт биргән насар ғәҙәттәр, йыш ҡабатланып торған кәйеф-сафа ҡороуҙарҙың йүнлегә алып бармаҫы, тап шул арҡала ғаиләләрҙә килеп тыуған проблемалар, уларҙың тарҡалыуы, балаларҙың борсоулы йөҙҙәре, туғандарҙың, күрше-күләндең ризаһыҙ ҡарашы борсоуға һала күп кенә “йәшел йылан” ҡорбандарын...
Ауылдаштарым Лилиә һәм Рәйсә (билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәр үҙгәртелде) менән ҡорған эскерһеҙ әңгәмәбеҙҙә лә һүҙебеҙ нәҡ ана шул турала барҙы. Ҡасандыр яңылыш юлдан барған был ике ханым бөгөн тормошҡа бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарай, яңыса фекер йөрөтә һәм үткәндәре өсөн үкенеүҙәрен йәшермәйҙәр. Икеһе лә тулы ғаиләләр ҡороп йәшәй улар, балалар үҫтерәләр.
–Ҡыҙҙар, һеҙ йәшәү асылын, тормош мәғәнәһен нимәлә күрәһегеҙ?
–Тыныс, матур йәшәүҙә инде... Тормошоң етеш булһа, иптәшең менән татыу, бер-береңде аңлап йәшәһәң, артығы кәрәкмәйҙер ҙә ул. Тормоштоң асылы ла шунда бит...
–Бөгөн ауылыбыҙҙа “Айыҡ ауыл” исеме өсөн ныҡышмалы көрәш бара. Көн дә тиерлек бик күп саралар үтеп тора. Ауылдаштар ҙа конкурстың мөһимлеген, кәрәклеген аңлап, дәррәү генә күтәреп алдылар. Ә һеҙ ватандаштарыбыҙҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырған ошо сараға нисек ҡарайһығыҙ?
Лилиә:
–Кәрәкле, ваҡытлы, айыҡлыҡҡа әйҙәгән сара, тип уйлайым. Кемдәрҙеңдер тормошҡа ҡарашы, холҡо үҙгәрә... Мин хуплайым ғына.
Рәйсә:
–Ауылыбыҙҙың ошондай етди конкурста икенсе йыл рәттән илһамланып, дәрт менән ҡатнашыуына шатланам. Үткәрелгән саралар кешеләргә дәрт бирә, аңдарын үҙгәртә. Урамдарҙа ауып-түнеп йөрөгәндәрҙең кәмеүе быға асыҡ миҫал. Кешеләрҙең бер-береһе менән яҡындан аралаша башлауы һөйөндөрә, берләшеүҙәрен хуплайым. Үҙем дә сараларҙа ҡатнашырға тыршам. Мәҫәлән, мәҙәниәт йортонда ойошторолған аэробика дәрестәренә йөрөнөм, әммә сәләмәтлегем арҡаһында ҡалдырып торам әлегә...
–Килендәр һәм ҡәйнәләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Рәйсә:
–Үҙем дә ҡәйнәмен хәҙер. Шуға ла бер генә ҡәйнә лә килененә насарлыҡ теләмәйҙер, тип уйлайым. Ҡәйнә менән дә йәшәнем... Әлбиттә, гел генә һин дә мин генә йәшәп тә булмай, талашып, әйтешеп алған саҡтар ҙа булғылай... Әммә бер ҡасан да асыу һаҡлап, үпкәләп йөрөмәнек бер-беребеҙгә. Бар нәмәне уртаға һалып һөйләшеп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәргә тырыштыҡ.
Лилиә:
–Улын яратҡас, әсәһен дә яратаһың инде... Ҡәйнә лә әсәй кеше бит! Үҙ балаһын яҡлап, уны өҫтөнөрәк күргән саҡтарын кисерергә тура килә...
–Кеше ни өсөн рюмкаға ҡул һуҙа икән?
Лилиә:
–Заман ауырлыҡтары алдындағы сараһыҙлыҡ, уныһын-быныһын еткерә алмау, тормош ығы-зығылары, сараһыҙлыҡ сәбәпсе инде... Артабан кеше бар йыуанысын рюмка төбөндә таба...
Бына ошолайыраҡ һөйләшеү булды... Араҡыны ташлауҙарының төп сәбәптәре – юлдан яҙып барыуҙарын аңлау, донъяға икенсе күҙлектән ҡарау, балалар яҙмышын аңлау, уларға нисек тә дөрөҫ тәрбиә биреү, кәм-хур итмәй үҫтереү, кеше итеү...