

15 мартта Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Одес Байсолтанов менән осрашты. Яҡтар республика ҡалаларында һәм райондарында спорт инфраструктураһын үҫтереү, төбәктә ҙур ярыштар үткәреү хаҡында һөйләште.
- Одес Хасаевич, мин һеҙҙе Башҡортостанда күреүемә бик шатмын. Бөгөн беҙҙә бай программа бар. Йәйге Сурдлимпия уйындарын ойоштороу комитетының беренсе ултырышын уҙғарабыҙ. Был мөһим ваҡиға, бындай күләмле ярыштарҙы үткәреү беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Республиканың спорт инфраструктураһы яҡшы үҫешә. Күптән түгел Борай районында яңы спорт-ял комплексы асылды. Бындай объекттар ауыл ере өсөн бик мөһим. Халыҡтың ҙур өлөшө — 1,7 миллион самаһы кеше ауылда йәшәй. Ә беҙ һәр ауылда тиерлек спорт инфраструктураһы булдырырға тырышабыҙ, — тип сәләмләне ҡунаҡты Радий Хәбиров.
- Башҡортостанда булыуыма бик шатмын. Борай районында ошондай заманса спорт комплексы асылыуы ҡыуаныслы. Санкция баҫымына ҡарамаҫтан, Рәсәй спортын, спорт инфраструктураһын үҫтерергә кәрәк. Спортсыларыбыҙ бер нәмәгә лә мохтаж булмаһын һәм спорт менән шөғөлләнә алһын. Республиканың был йүнәлештә үҫешеүе ихтирамға лайыҡ.
Башҡортостан системалы рәүештә спортты үҫтереү менән шөғөлләнә. Беҙ быны асыҡ күрә алабыҙ. Ә бына спорт сараһы һеҙҙә үткәрелһә, ул юғары кимәлдә уҙасағын беләбеҙ, быға шик юҡ. Шуға күрә шундай күп яҡлы эш өсөн һеҙгә айырым рәхмәт.