

– Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша
– Башҡортостан Республикаһының дәүләт хеҙмәттәре порталы аша
– тура мәктәптә
– - тапшырылыуы тураһында белдереү ҡағыҙы менән заказлы хат.
1 апрелдән мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән балаларҙың ата-әсәләре беренсе класҡа ғариза бирә ала. Башҡаларға бындай хоҡуҡ 6 июлдән алып буш урындарҙы тултырғанға тиклем биреләсәк, әммә әлеге йылдың 5 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса.
Беренсе класҡа уҡырға ингәндә был белем биреү ойошмаһында уҡыған өлкән ағайҙары йәки апайҙары, хәрбиҙәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең, полиция хеҙмәткәрҙәре булмаған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, махсус исемдәре булған һәм енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениеларында, Рәсәй Федерацияһының мәжбүри башҡарыу органдарында хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, шулай уҡ судьяларҙың, прокурорҙарҙың, Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балалары, мәктәпкә уҡырға ингәндә ташламаларға эйә.
Ташламаға хоҡуҡты документтар менән раҫларға кәрәк. Әгәр бөтә кластар ҙа комплектланһа, муниципаль властар (ойоштороусылар) баланы икенсе мәктәпкә урынлаштырыуҙа ярҙам итергә тейеш.
Министрлыҡтың балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» телефондары: 8 (347)218-03-26; 8 (347)218-03-24.
«Ҡыҙыу бәйләнеш» телефондары эш көндәрендә иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. (Төшкө аш – көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем) Башҡа ваҡытта эш көндәрендә киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем.
Фото: Т. АМАНОВ.