

Тәһранда Башҡортостан делегацияһы төбәктең иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙы.
– Беҙ хөкүмәт делегацияһы менән бында ҙур өмөттәр һәм етди пландар менән килдек. Хөрмәтле коллегалар һәм Ислам Республикаһы халҡы, беҙҙең бурыс – һеҙгә Башҡортостанды асыу. Һәм, әлбиттә, беҙ Иранды Башҡортостан халҡына һәм бизнесына асырға ниәтләйбеҙ. Эш сәфәре барышында беҙҙең делегация йөҙҙән ашыу һөйләшеү үткәрҙе, – тип сәләмләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
– Халыҡ-ара кооперация булдырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн 1 апрелгә тиклем эш планы әҙерләйәсәкбеҙ. Бынан тыш, май айында Өфөнән Тәһранға тура авиарейс асырға ниәтләйбеҙ. Был ваҡытта Иран делегацияһы «Газ. Нефть. Технологии» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға киләсәк. Ә беҙҙең вәкилдәр Iran Oil Show экспозицияһында ҡатнашасаҡ һәм Башҡортостандың сәнәғәт ҡаҙаныштары менән таныштырасаҡ. Беҙ шулай уҡ Өфөлә Республика көнө алдынан Иран көндәре ойошторасаҡбыҙ.
Ирандың сәнәғәт, шахталар һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәмәт Мусави ил етәкселегенең Башҡортостан менән төрлө тармаҡта хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе – нефть-газ тармағында, медицина ҡоролмалары, агросәнәғәт комплекстары оҙатыуҙа.
– Беҙ Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә асыҡ. Беҙҙең тарихи тамырҙарыбыҙ уртаҡ, иҡтисади үҫешебеҙ оҡшаш. Беҙ ышаныслы партнерҙар һәм дуҫтар булырбыҙ тип ышанам, – тине Мөхәмәт Мусави.
Ирандың Сауҙа, тау байыҡтырыу сәнәғәте һәм ауыл хужалығы палатаһы генераль секретаре Бахман Эшги Башҡортостан делегацияһына яҡшы тәҡдимдәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.
– Һеҙ асҡан мөмкинлектәр – беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн шәп бүләк, – тине ул. – Бөгөн беҙ геосәйәси саҡырыуҙар шарттарында эшләйбеҙ һәм төрлө тармаҡта уларға ҡаршы торорға тейешбеҙ. Иран менән Рәсәйҙең хеҙмәттәшлек итеү тарихы һәм бөгөнгө һөйләшеүҙәр яҡшы башланғыстарға юл аса.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең презентацияһы менән яҡындан таныштырҙы. Ул республиканың ышаныслы иҡтисади партнер булыуы хаҡында һөйләне. Эшлекле мөхит сифаты һәм эшҡыуарҙарға булдырылған шарттар буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Республикабыҙ иҡтисады – күп тармаҡлы, юғары кимәлдәге диверсификация менән. Башҡортостанда махсус иҡтисади биләмәләр эшләй, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе һәм башҡа инвестиция проекттары бар.
Презентация һуңында Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт, Ирандың һәм Иран-Рәсәй сауҙа палаталары араһында килешеү төҙөнө, шулай уҡ «Кроношпан Башкортостан» һәм «Тарх Ва Чуб Намира» компаниялары хеҙмәттәшлек документтарына ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Башлығы эш сәфәре һөҙөмтәләре буйынса юл картаһы булдырылыуы хаҡында белдерҙе:
– Беҙ Иран менән ойошторасаҡ ҙур саралар планын төҙөйәсәкбеҙ: тауар әйләнеше, уртаҡ инвестициялар, туризм, мәҙәни һәм фәнни хеҙмәттәшлек. Презентация алдынан ғына беҙ Өфө - Тәһран авиарейсын ойошторасаҡ компания менән осраштыҡ. Ә бит беҙҙең халыҡ Ирандың нимә икәнен дә белмәй. Был - үҙ тормошо менән йәшәгән һәм ярайһы ғына әүҙем үҫешкән бик ҡыҙыҡлы ил. Бында иң боронғо цивилизацияларҙың береһе урынлашҡан, иҫтәлекле урындар күп, матур тәбиғәт. Фарсы ҡултығына сығыу юлы бар. Сәйәхәт итеү өсөн бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш. Тәүге самолет Өфөнән Иранға быйыл майҙа осасаҡ. Эш сәфәре һөҙөмтәләре менән бик ҡәнәғәтбеҙ.