

- 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан иҡтисадына йүнәлтелгән инвестициялар күләме 5,9 процентҡа артты һәм 512,4 миллиард һум тәшкил итте. Үҫеш темптары уртаса ил күрһәткесенән юғары.
Инвестициялар буйынса ыңғай динамиканы 2019 йылдан бирле һаҡлап киләбеҙ. Һуңғы еңел булмаған 4 йылда инвестициялар 40,2 процентҡа артты, был – Волга буйы федераль округында иң юғары һөҙөмтә.
Беҙ бизнес өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ – йылдам үҫеш биләмәләре, махсус иҡтисади зона, сәнәғәт һәм индустриаль парктар. Ярҙам саралары, льготалар һәм преференциялар булдырабыҙ.
Ҡатмарлы осорға һәм глобаль санкцияларға ҡарамаҫтан, беҙ алға барабыҙ. Туҡталып ҡалмайбыҙ, беҙҙең барлыҡ инструменттар яйға һалынған һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Ә бизнес беҙҙе ышаныслы партнер итеп күрә. Шул иҫәптән – яңы инвестиция программалары тормошҡа ашырған, производствоһын яңыртҡан күләмле предприятиелар, – тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Радий Хәбиров.