Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 11:04

ЦУР-ҙа башҡорт әҙәбиәте хаҡында һөйләштеләр

Әҙиптәр социаль селтәрҙә үҙҙәренең ижадын ҡуямы? Әҙәби тәнҡитселәр ни өсөн йәш авторҙарҙы маҡтай?

Күп йылдар дауамында башҡорт әҙәбиәтендәге төп герой үҙгәрә, икенсе һыҙаттар ала, әммә бер нәмә генә үҙгәрешһеҙ ҡала - ул тыуған еренә тоғро һәм үҙ телен ярата. Миҫал итеп Башҡортостан яҙыусылары Хәсән Назарҙың, Гүзәл Ситдиҡованың һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен килтерергә була.

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының Сәләм тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа - әҙәби тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Зәки Әлибаев.

Драма әҫәрҙәре авторҙары һәм республика театрҙары үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм уңышлы спектаклдәр ҡуя. Салауат Әбүзәрҙең әҫәре буйынса спектаклде - Салауат театры сәхнәһендә, ә Баныу Ҡаһарманованың “Шахтер” пьесаһын Сибай театрында ҡарарға мөмкин. Ә лабораториялар йәш драматургтарға белемдәрен практикала ҡулланырға ярҙам итә һәм театрҙарҙың репертуарын заманса пьесалар менән тулыландыра.

Бөгөнгө башҡорт яҙыусылары нимә тураһында яҙа, әҙәби тәнҡитселәр йәш авторҙарҙы ни өсөн маҡтай, ә нимәләрҙе хупламай, театр режиссерҙары спектаклдәр өсөн ниндәй әҫәрҙәр һайлай - эфир яҙмаһында.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас