Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 07:25

Санкцияларға ҡарамаҫтан...

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны 1,6 тапҡырға артҡан.

Санкцияларға ҡарамаҫтан...Санкцияларға ҡарамаҫтан...
Санкцияларға ҡарамаҫтан...

Ҡаты санкция баҫымына һәм ҡайһы бер илдәрҙең Рәсәйгә ҡаршы алып барған сәйәсәтенә ҡарамаҫтан, бюджетҡа һалым түләгән үҙмәшғүлдәр һаны арта.

— 2023 йылдың 1 ғинуарына һалым түләүселәр һаны 125,5 меңгә тиклем артҡан, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға күберәк. Был тәү сиратта республикала бизнес шарттарының яҡшырыуыға һәм һалымды түләү механизмы ябайлаштырылыуға бәйле, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.

2022 йылда Башҡортостандың тупланма бюджетына һөнәри килемдән 288,4 миллион һум күләмендә һалым ингән, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 120,6 миллион һумға йәки 1,7 тапҡырға күберәк. Рәсәй төбәктәре араһында бындай килем буйынса республика 14-се урында бара, Волга буйы федераль округында — 4-се урында.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, һөнәри килемгә һалым түләүселәрҙең күбеһе юл транспорты, үҙ продукцияһын һатыу, төҙөлөш, реклама, шулай уҡ парикмахер һәм матурлыҡ салондары хеҙмәте күрһәтеү өлкәһендә эшләй.

— Бөгөн үҙмәшғүлдәргә дәүләт ярҙамы бар: муниципаль милекте льготалы ставкалар буйынса ҡуртымға биреү, льготалы кредиттар, бизнесты үҫтереү өсөн субсидиялар һәм гранттар, уҡытыу программалары. Дәүләт ярҙамы алыу өсөн «Мой бизнес» үҙәгенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, ул 150-нән ашыу дәүләт хеҙмәтен бушлай күрһәтә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, физик шәхестәр, шулай уҡ үҙ эшмәкәрлегендә ялланма хеҙмәт йәлеп итмәгән эшҡыуарҙар махсус һалым режимына күсә ала.

НПА түләүсе статусын өлкән йәштәге граждандар ғына түгел, ә 16 йәше тулған кешеләр ҙә ала ала. Ата-әсә рөхсәте менән йәки тулы хоҡуҡи мөмкинлектәр алғандан һуң 14 йәштән үҙмәшғүл булырға мөмкин.

Үҙ мәшғүл статусын ошонда юлларға мөмкин:

- «Мой налог» мобиль ҡушымтаһында;

- ФНС сайтында шәхси кабинетта;

- ҡайһы бер банктарҙың мобиль ҡушымтаһында. Исемлеге ФНС сайтында бар;

- "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында.

Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас