Бынан алда Илшат ағай «Ока» машинаһының двигателенән, иҫке алтынсы маркалы ВАЗ машинаһының тәгәрмәсенән һәм күперенән "Вездеход" йыйып һоҡландырғайны. Әле иһә мотосана яһаған, уның менән теләгән ерҙә йөрөргә мөмкин. Тағы ла оҫта хужалыҡ эштәренә бәләкәй генә трактор ҙа әтмәләп алған.
Һеҙҙең яҡта ла ошондай оҫталар барҙыр, видеояҙмаларын ебәрегеҙ, дуҫтар!