Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 05:43

Иранда ял итеп ҡайтырға теләйһегеҙме?

Өфөнән Тәһранға осорға мөмкин буласаҡ.

Иранда ял итеп ҡайтырға теләйһегеҙме?Иранда ял итеп ҡайтырға теләйһегеҙме?
Иранда ял итеп ҡайтырға теләйһегеҙме?

Кисә Тәһранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран етәкселеге менән Өфө–Тәһран–Уфа авиабәйләнешен булдырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барҙы.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай рейс эшлекле әүҙемлекте һәм туризмды үҫтереү өсөн кәрәк. Бөгөн Ирандың баш ҡалаһына Мәскәү йә Дубай аша барып етергә мөмкин.

– Беҙ туристарға Ирандың уникаль иҫтәлекле урындарын асырға теләйбеҙ. Туризм менән бер рәттән эшлекле хеҙмәттәшлек тә мөһим. Бизнес та ошо рейс менән файҙаланасаҡ. Тәүге этапта беҙ авиакомпанияларға ярҙам итәсәкбеҙ. 

Ойошма вәкилдәре лә авиарейс ойоштороу менән ҡыҙыҡһына. Иран авиакомпанияларҙың береһе пассажир ташыуҙарын айына дүрт тапҡыр ойоштора алыуын белдергән. 

– Беҙ Иран ҡунаҡтар ҡабул итергә һәм үҙебеҙҙең туристарҙы һеҙгә ебәрергә теләйбеҙ. Өфөнөң һәм республиканың иҫтәлекле урындары тураһында мәғлүмәт кампанияһы ойошторасаҡбыҙ, – тине компания вәкиле.

Республикабыҙ етәксеһе «Өфө» аэропорт авиарейс ойоштороуға «Росавиация»нан рәсми рөхсәт алыуын белдерҙе.

– Беҙҙең халыҡ Иранға барһын өсөн бер нисә мөһим шарт бар. Ул иҫтәлекле урындар, туристик инфраструктура, хәүефһеҙлек. Беҙ әлегә пассажир ағымын булдырыуҙың башында ғына торғаныбыҙҙы яҡшы аңлайбыҙ, – тип йомғаҡланы осрашыуҙы Радий Хабиров. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас