

Ташламалы хоҡуҡлы балалар өсөн мәктәптәрҙә төшкө аштың хаҡы 1 ғинуарҙан артҡан. Әле I – IV класс уҡыусылары өсөн иртәнге аш көнөнә – 63 һум 80 тин, төшкө аш – 71 һум 82 тин, төштән һуңғы аш 45 һум тора. V – XI класс уҡыусылары өсөн хаҡтар: иртәнге аш – 60 һум, төшкө аш – 70 һум, төштән һуңғы аш – 45 һум.
Украинанан, Луганск Халыҡ Республикаһынан, Донецк Халыҡ Республикаһынан, Херсон һәм Запорожье өлкәләренән күсенгән, ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәмәгән 5-11-се класс уҡыусылары өсөн дә бушлай туҡланыу хаҡы артҡан. Иртәнге ашҡа — 78 һум 20 тин, төшкө ашҡа 89 һум 45 тин бүленә.
Фото: Т.АМАНОВ.