Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 06:58

"Был минең өсөн иң емешле эш сәфәре булды"

Ирандар республикабыҙға рәхмәттәр уҡый.  

"Был минең өсөн иң емешле эш сәфәре булды""Был минең өсөн иң емешле эш сәфәре булды"
"Был минең өсөн иң емешле эш сәфәре булды"

12-13 мартта Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Иранға эш сәфәре менән барҙы. Ирандар беҙҙең делегацияның эшенән бик ҡәнәғәт ҡалды һәм республикабыҙ асҡан мөмкинлектәргә рәхмәттәрен уҡый.  

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ирандағы эш сәфәрен иң һөҙөмтәлеһе тип атаны. 

- Беҙҙең делегация эш сәфәрен бик юғары баһалай. Беҙ күп илдәргә йөрөнөк, партнерҙар эҙләнек. Әммә был минең өсөн иң емешле эш сәфәре булды. Беҙ бында ике көн генә эшләнек, әммә күп һөйләшеүҙәр үткәрергә, хеҙмәттәшлек итеүгә документтар әҙерләргә өлгөрҙөк. Ирандан хеҙмәттәштәребеҙ менән бергә юл картаһы эшләргә ҡарар иттек. Бөтә килешеүҙәрҙе шунда яҙып, яйлап тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Беҙҙең эшҡыуарҙар Iran Oil Show  күргәҙмәһендә ҡатнашасаҡ, ә Ирандыҡылар «Газ. Нефть. Технологии» күргәҙмәһенә киләсәк, - тине Радий Хәбиров.

- Беҙ Башҡортостандан үҫемлек майҙары, иген һәм кукуруз һатып алырға ниәтләйбеҙ. Был маҡсатта юл картаһы төҙөләсәк. Бынан алда Беларусь республикаһы менән һөйләшеүҙәр алып барғайныҡ һәм беҙҙең тауар әйләнеше өс тапҡырға артты. Африка илдәре менән дә ошондай йүнәлештә эшләйбеҙ. Башҡортостан менән мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Беҙҙең хатта телдәребеҙ ҙә оҡшаш, уртаҡ һүҙҙәр бар. Бынан алда беҙ Көнбайышҡа ҡарап тора инек, әммә хәҙер беҙгә дуҫ булған илдәр, атап әйткәндә, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Ирандың сәнәғәт, шахталар һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәмәт Мусави.

   

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас