- Ирандағы эш сәфәребеҙ тамам. Бер нисә осрашыу үткәрҙек, әүҙем һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Ике көнлөк командировка барышында беҙ күпкә өлгәштек һәм Иранға Башҡортостаныбыҙҙы күрһәтә алдыҡ, тип уйлайым.
Беҙ Иран менән оҙаҡ һәм һөҙөмтәле эшләргә теләйбеҙ. Иран яғынан ҡыҙыҡһыныуҙар бар, был дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә төп нигеҙ буласаҡ.
Мин барыһына ла ихлас күңеле һәм ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәтембе белдерәм. Барыһына ла уңыштар!