Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 11:09

Башҡортостандың социаль проекттары 163 миллион һум аҡса аласаҡ

Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Башҡортостандың социаль проекттары 163 миллион һум аҡса аласаҡБашҡортостандың социаль проекттары 163 миллион һум аҡса аласаҡ
Башҡортостандың социаль проекттары 163 миллион һум аҡса аласаҡ

Социаль йүнәлештә эшләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында ҡатнашып, үҙҙәренең проектына 3 миллион һумға тиклем аҡса йәлеп итергә мөмкин. Бәйге Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә ойошторола.

Фондтың социаль селтәрҙәге төркөмөндә https://vk.com/grantrb ғариза тултырыу буйынса видеояҙмалар, мәҡәләләр табырға мөмкин.

Шуны билдәләргә кәрәк, конкурста ҡулланыусылар кооперативтары (торлаҡ, торлаҡ-төҙөлөш һәм гараж кооперативтары); баҡсасылыҡ кооперативтары; сәйәси партиялар; үҙ-үҙен көйләүсе төҙөлөш ойошмалар; эш биреүселәрҙең берекмәләре; сауҙа-сәнәғәт палаталары; кооператив берләшмәләре; торлаҡ милекселәре ширҡәте; адвокаттар палаталары һәм берекмәләре; нотариаль палаталар; микрофинас ойошмалары.

Уҙған йылда 100 проект еңеүгә лайыҡ булған, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле һәм актуаль социаль проблемаларҙы хәл итә. Мәҫәлән, "Социум+" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы булдырған "Активный возраст" оло йәштәгеләр өсөн коворкинг-үҙәктә 60 йәштән өлкән граждандар эшҡыуарлыҡ, спорт-туристик һәм башҡа эшмәкәкәрлек төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкин. Ә Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте Башҡортостандағы идаралығы былтыр көҙ Өфөлә ишетеү һәләте боҙолғандар араһында “DeafSkills-2022” II һөнәри оҫталыҡ милли чемпионаты ойошторҙо. Республика балалар клиник дауаханаһында тормошҡа ашырылған "Маршрут успеха" проекты стационар дауаланыуҙа булған 3 – 18 йәшлек балалар өсөн интеллектуаль ял ойоштороуҙо маҡсат итеп ҡуя. 

Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризаларҙы 30 мартҡа киске сәғәт бишкә тиклем киләһе һылтанма буйынса ебәрергә мөмкин: https://грантыглавы102.рф .

Башҡортостандың социаль проекттары 163 миллион һум аҡса аласаҡ
Башҡортостандың социаль проекттары 163 миллион һум аҡса аласаҡ
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас