Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Марта 2023, 05:00

«Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!»

23 мартта  «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023» төбәк-ара конкурсының финалы үтәсәк.

«Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!»«Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!»
«Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!»

Конкурста Башҡортостан Республикаһынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан барлығы 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡарай. Уларҙың иң-иңдәре финалда – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән матбуғат конференцияһында» ла ҡатнашасаҡ.
Конкурстың ойоштороу комитеты матбуғат конференцияһына ярашлы,  “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир!” акцияһын иғлан итә.
Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле һорауҙарҙы һәр кем: уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәләр, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – кемдәр теләй, барыһы ла бирә ала!

Бының өсөн һорауығыҙҙы видеоға яҙҙырыуығыҙ һәм rsentr@inbox.ru электрон почтаһына ебәреүегеҙ һорала.

Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусылары менән матбуғат конференцияһында” яңғыраясаҡ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас