Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 09:35

Темәстән - ил батырҙарына!

Темәс ауылы халҡы СВО-лағы егеттәргә күсмә мунса һәм "УАЗ"ик ебәргән.

Темәстән - ил батырҙарына!Темәстән - ил батырҙарына!
Темәстән - ил батырҙарына!

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айгөл Байрамғолова һөйләүенсә, гуманитар ярҙам йыйыуға эшҡыуарҙар, халыҡ ҙур өлөш индергән. Темәстәр күмәкләп аҡса йыйып, күсмә мунса яһаған, "УАЗ" "буханкаһы" һатып алған. Унда гуманитар ярҙам - тушенка, кейем-һалым, махсус аяҡ кейеме, тәм-том, мунса кәрәк-яраҡтары тултырып ебәргәндәр.

Бынан тыш, ошо ауыл уҙаманы Иҙел Ситдыҡов ир-егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп ҡорбан салған һәм ауылдаштарын мәсеткә йыйып, аят уҡытҡан.

Афарин, темәстәр! Һалдаттар имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас