Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 11:20

Республика конкурсының беренсе этабына йомғаҡ яһалды

Электрон белем биреү һәм дистанциялы белем биреү технологияларын ҡулланып, яраҡлаштырылған мәғариф программаларын тормошҡа ашырыусы педагогтар, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән балаларҙы һәм инвалидтарҙы уҡытыусылар араһында «Дистанцион белем биреү уҡытыусыһы - 2023» республика конкурсының беренсе этабына йомғаҡ яһалды.

Республика конкурсының беренсе этабына йомғаҡ яһалдыРеспублика конкурсының беренсе этабына йомғаҡ яһалды
Республика конкурсының беренсе этабына йомғаҡ яһалды

Конкурстың маҡсаты – инновацияларҙы асыҡлау, иң яҡшы дистанцион уҡытыусыларҙы билдәләү һәм педагогик оҫталыҡты камиллаштырыу.

Конкурстың беренсе этабында 44 педагог ҡатнашты, уның йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйған ете конкурсант конкурстың икенсе этабына үтте.

Икенсе этапта онлайн форматта асыҡ дәрес уҙғарыу ҡаралған. Иң күп балл йыйған ҡатнашыусы конкурс еңеүсеһе тип иғлан ителә.

Финалистарҙы ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас