Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 11:44

Һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы башланды

Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә «Профессионалдар» һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионаттың һәм Юғары технологиялар чемпионатының төбәк этабы үтәсәк. Унда урта һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм студенттары ҡатнашасаҡ. Ярыш программаһы һәр төбәк өсөн көнүҙәк һәм кәрәкле 248 компетенция буйынса үтә.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы башландыҺөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы башланды
Һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы башланды

Һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәте саралары йәштәрҙең профессиональ үҫешенә булышлыҡ итәсәк. Хәрәкәттә эш биреүселәр әүҙем ҡатнашасаҡ.

«Әлеге ваҡытта бөтә 248 компетенция буйынса эксперттар берләшмәһе ойошторола. Эксперт роленә Рәсәйҙең бөтә 89 төбәгенән ун меңдән ашыу ғариза бирелгән», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды профессиональ белемде үҫтереү институты ректоры - чемпионаттың федераль операторы вазифаһын башҡарыусы Наталия Золотарева.

Һөнәри оҫталыҡ буйынса бөтә Рәсәй чемпионатында ике категория конкурсанттары ҡатнаша. Төп ярышта урта профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡыусы студенттар ҡатнаша. Юниорҙар категорияһында 14 йәше тулған уҡыусылар сығыш яһай.

Төбәк этабы 1 майға тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр июнь-июль айҙарында һайлап алыу этабында ҡатнашасаҡ, унда финалға сығыусылар билдәләнәсәк. 11 сентябрҙән 15-нә тиклем Бөйөк Новгород ҡалаһында Юғары технологиялар чемпионатының финалы уҙа. Унда һигеҙ яңы һәм перспективалы компетенция буйынса иң көслөләр асыҡлана. Күп кеше ҡатнашҡан һәм ҙур һорау менән файҙаланған компетенциялар буйынса финал 25 – 29 ноябрҙә Санкт-Петербургта һөнәри оҫталыҡ буйынса «Профессионалдар» бөтә Рәсәй чемпионаты сиктәрендә уҙа.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас