Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Марта 2023, 07:40

Иран менән аралар яҡыная

Радий Хәбиров Ирандың иҡтисад мәсьәләләре буйынса вице-президенты Мохсен Резаи менән осрашты.

Иран менән аралар яҡынаяИран менән аралар яҡыная
Иран менән аралар яҡыная

- Ирандың иҡтисад мәсьәләләре буйынса вице-президенты Мохсен Резаи менән осрашып, хеҙмәттәшлек итеү юлдары хаҡында һөйләштек.

Мин Резаи әфәндегә беҙҙең Иран менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләүебеҙ, ошо йүнәлештә эшләгән эшсе төркөм, пландарыбыҙ хаҡында һөйләнем.

Башҡортостан – Рәсәйҙең алдынғы машина төҙөү, нефть химияһы сәнәғәте үҙәктәренең береһе. Беҙҙең предприятиелар нефть-газ ҡоролмалары, автобустар, вертолеттар, автобетоновоздар, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы техникаһы, «Су» и «МиГ» реактив самолеттары өсөн двигеталдәр етештерә.

Күп кенә предприятиеларыбыҙ донъя баҙарына сыға. Тауар әйләнешенең 80 проценттын башҡорт экспорты тәшкил итә. Өстән ике өлөшө – сырье булмаған экспорт.

Башҡортостан менән Иран араһында тауар әйләнеше әлегә 100 миллион долларҙан артыҡ. Мин был күрһәткесте икеләтә арттырырбыҙ тип ышанам.

Әлбиттә, хеҙмәттәшлек иҡтисад өлкәһе менән сикләнеп ҡалмай. Беҙ фән, мәғариф, медицина туризмы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләйбеҙ.

Осрашыуҙа Резаи әфәнденән Иран менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлекте контролдә тотоуын үтендек. Барыһы ла беҙҙең юл картаһында яҙыласаҡ. Ул шунда уҡ Иран Хөкүмәте ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе.

Республика көнө алдынан Башҡортостанда Иран республикаһы көндәрен үткәреү идеяһы тыуғайны. Ирандар быны хупланы.

Иң мөһиме, Иран Башҡортостанға инвестицияларға әҙер, ә Башҡортостан – Иранға. Халыҡ-ара иҡтисади хәл-торош беҙгә ошо йүнәлештә эшләргә этәргес булды. Резаи әфәндегә бөгөнгө осрашыу өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ул һөҙөмтәле үтте, тип уйлайым. Яҡшы кәйеф менән артабан барабыҙ, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә респбулика етәксеһе.

Иран менән аралар яҡыная
Иран менән аралар яҡыная
Иран менән аралар яҡыная
Иран менән аралар яҡыная
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас